Республикала контракт буйынса Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итергә теләүселәр артыуы күҙәтелә

Хәрби комиссариаттан хәбәр итеүҙәренсә, был, тәү сиратта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге ирекле батальон төҙөү башланғысына бәйле. Рәсәй Оборонаһы менән контракт төҙөр өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ниндәй документтар тупларға? Тулыраҡ киләһе яҙмала

Быға тиклем әрме мәктәбен үтмәгән осраҡта ла, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алынырға мөмкин. Иң мөһиме юғары йә урта махсус һөнәри белем булырға тейеш. Иглин районынан Әнүзә Ырғыҙованың улы ла үҙ теләге менән өс йылға контракт төҙөп, Ватан һағына баҫырға ҡарар иткән. Махсус хәрби операция зонаһында бала саҡ дуҫтары көтә. Ҡыйыу егетте оҙата килгән әсә үҙе лә батыр улы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә .

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыныуҙың үҙ тәртибе бар. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Документтарҙы тапшырырға, психолог менән әңгәмә, медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Барлыҡ этаптарҙы ла уңышлы үткән ир-егеттәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла. Һайлап алыу пунктына ғариза килгәндән алып контракт төҙөлөүгә тиклем 2 тәүлектән 5 тәүлеккә тиклем ваҡыт үтә.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына килеүселәрҙең кәйефтәре көр, күтәренке. Һәр кем яуаплы аҙым яһауын аңлай, илдең ысын патриоттары.

Айлыҡ түләүҙәр 204 мең һумдан башлана. Кәмендә бер йылға контракт төҙөгәндә, 195 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ айырым ҡаҙаныштар өсөн аҡсалата дәртләндереү сараһы булдырылған, льготалар һәм социаль гарантиялар бар. Контракт төҙөргә теләүселәр 117 һандары буйынса берҙәм белешмә номерына шылтырата ала. Мөрәжәғәттәр Ситуация үҙәгенә лә, 122 һандары буйынса ҡабул ителә.

Гөлназ Хәйбуллина