Башҡортостандың Милли музейында эшләй башлаған экспозицияла башҡорт халыҡ уйын ҡоралын да күрергә мөмкин. Уны ирекле батальон яугирҙары ҙур калибрлы Владимир пулеметы гильзаларынан яһаған. Донбасс менән Рәсәйҙең тарихи бәйләнешен күрһәтеү, махсус хәрби операция тураһында халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткереү маҡсатында ул Мәскәүҙә ойошторолған. Унан һуң, күсмә экспозиция тәүҙә Өфөгә килтерелә.
Комплекслы музей экспонаттары тотош Донбас тарихын күҙ алдына баҫтыра. Тарихты эҙмә-эҙлекле һүрәтләй. Граждандар һуғышында Донецк-Криворожский совет республикаһының сит ил интервенттарына ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәре, 1920-1930 йылдарҙағы сәнәғәтләштереү сәйәсәте, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҡаһарманлыҡ һәм 2014 йылдарҙағы Киев ваҡиғаларына ҡаршы тора алыуы сағылдырыла Тәүге тапҡыр экспозицияла Рәсәй мәҙәниәт министрлығының музей-ара эшсе төркөмө тарафынан референдум, махсус хәрби операция барышынан йыйылған әйберҙәр төп нөсхәләрҙә тәҡдим ителә.