Киләһе йылда "Башҡорт ихаталары" өсөн күберәк аҡса бүленеүе мөмкин

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә. -"Башҡорт ихаталары" республикалағы уңышлы  программаларҙың береһе. Уның ярҙамында халыҡ өсөн хәүефһеҙ, уңайлы биләмәләр булдырыла. Башҡортостанда  1 мең 120 ихата  ремонтланған, быйыл тағы 206 биләмә тәртипкә  килтерелә. Әлегә  тиклем  Өфөгә  иғтибар ҙур булды.  Хәҙер  башҡа ҡала һәм райондарҙа ла "Башҡорт ихаталары"н арттырырға планлаштырабыҙ, - ти  Радий  Хәбиров.