Владимир Шаманов Башҡортостан десантсыларын байрам менән ҡотланы

«Халыҡ һәм армия берҙәм». Рәсәй Геройы, генерал-полковник, һауа-десант ғәскәрҙәренең элекке командующийы Владимир Шаманов Башҡортостан десантсыларын байрам менән ҡотланы. Уның видеояҙмаһы менән «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Башҡорт батальондары» төркөмө уртаҡлашҡан. «Башҡорт яугирҙары быуындар бәйләнешен һаҡлай. Улар һәр осорҙа ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә», — ти Владимир Шаманов.