Башҡортостан юлсылары Луганск халыҡ республикаһында 13 километр юлды ремонтланы

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эш Вахрушев һәм Петровское ҡалаларында башҡарылған. Әле Красный Луч ҡалаһында юл ремонтлана. Быйыл Башкиравтотодор» хеҙмәткәрҙәре Луганск ерендә 26 километр арауыҡты төҙөкләндерергә тейеш. Эште декабрь уртаһында тамамлау көтөлә. Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан егетәренән татыу коллектив тупланған. Донбасс ерендә уларҙың күбеһе бер нисә вахта дауамында эшләй.

Юлға асфальт тулыһынса яңынан түшлә. Материал менән ҡытлыҡ юҡ. Эргәлә генә Башҡортостандан килтерелгән асфальт-бетон заводы эшләй.