Мәғлүмәт технологиялары һәм интернет үҫешеүгә ҡарамаҫтан республика халҡы һәм предприятиелар ҡағыҙ хаттар менән әүҙем ҡуллана. Көн һайын республика почта йәшниктәренән сорттарға бүлеү өсөн 35 меңдән ашыу хат алына. Ай һайын 1 миллиондан ашыу хат оҙатыла. Уларҙың дөйөм ауырлығы 20 тоннанан аша, тип белдерәләр Рәсәй почтаһы хеҙмәтенең Башҡортостан бүлексәһенән. Почта йәшнигенең тарихы 5 быуаттан уҙып китә. Рәсәйҙә тәүге урам йәшниге Санкт-Петербургта 1848 йылда ҡуйыла.