Владимир Путин десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы

«Легендар ҡанатлы пехотаның бик күп һалдат һәм офицерҙары быуыны илебеҙҙең батырлыҡ йылъяҙмаһына сағыу һәм онотолмаҫ тарих өҫтәне. Улар бурыстарын һәр саҡ намыҫ менән үтәне, биргән антына тоғро ҡалды.

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан десантсылар илһөйәрлек традицияларын лайыҡлы дауам итә. Ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәй, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, рух ныҡлығы күрһәтә, Рәсәйҙе һаҡлай. Бер ҡасан да һынатмауығыҙға, дәүләтебеҙ мәнфәғәте һағында ныҡлы тороуығыҙға ышанам. Һеҙгә уңыш, сәләмәтлек теләйем», — тигән Владимир Путин.