Юл һалынған - бәхәскә нөктә ҡуйылған. Былтыр беҙҙең редакция Бүздәк районы Иҙәшбаш ауылында йәшәүселәрҙе борсоған проблема менән таныштырғайны. Ул саҡта халыҡ зыяратҡа һалынған һуҡмаҡты юл сите кәртәләре менән ябыуға ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Власть халыҡ тауышын ишеткән. Бөгөн зыяратҡа илткән юлдан кәртәләр алынған, уңайһыҙлыҡтар юҡ. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
Иҙәшбаш ауылында зыярат тура мәғәнәһендә кәртә 2017 йылда ҡуйыла. Мәсьәлә тәү ҡарашҡа изге башланғыстан килеп сыға. 3 саҡрымдан ашыу юлға асфальт федераль программа сиктәрендә һалына. Хәүефһеҙлек талаптары буйынса уны кәртәләп тә ҡуялар. Тик был, урындағы халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар ғына тыуҙыра.
Зыяратҡа инер өсөн, квестар үтеү инде артта ҡалды. Халыҡтың хакимиәт тупһаларын тапау, телевидение көсөнә мөрәжәғәт итеүҙәрҙән һуң, һуҡмаҡҡа былтыр көҙ нигеҙ һалына. Уны булдырыуға урындағы меценат үҙ өлөшөн индерә. Аҡса бүленгәс тә, урында тупраҡ һалына, ҡырсынташ түшәлә.
Зыяратҡа юл һалдырыу иҙәшбаштар өсөн намыҫ эшенә әүерелә. Бер быуаттан ашыу урындағылар бында яҡындарын һуңғы юлға оҙата. Ҡәҙерлеләренә юл асыу бурысын атҡарып сыҡҡанға урындағылар шат.
Бынан һуң, һуҡмаҡ иҙәшбаштар ныҡышмаллығына һәйкәл булып тора тиһәң дә була. Юл һалынған - бәхәскә нөктә ҡуйылған. Иң мөһиме - зыяратҡа илткән юлдан атлаусылар артмаһын.
Рәзилә Ғиниәтуллина