Уның барышында күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла. Акция август аҙағына тиклем бара. Әйберҙәр социаль приюттарҙа, балалар йорттарында, шулай уҡ Ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәктәрендә ҡабул ителә.