Быйыл ул 100 йәшен билдәләр ине. Нурулла Дәүләтгәрәй улы 1923 йылда Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған. Бәләкәй саҡтан ата-әсәһенән мәхрүм ҡала. Ләкин тормош һынауҙары буласаҡ Советтар Союзы Геройын сыныҡтыра ғына. Мәктәпте тамамалғандан һуң, колхозда бригадир булып эшләй.
1943 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Нурулла Сафин минометсылар расчетына командалыҡ итә. Еңеү йылының ғинуарында өлкән сержант етәкләгән расчет тәүгеләрҙән булып Одер йылғаһы аша сыға һәм плацдарм өсөн һуғышта ҡатнаша. Дошман көстәрен һәм техникаһын тар-мар итеүҙә батырлыҡ күрһәткән яҡташыбыҙ юғары наградаға лайыҡ була. Советтар Союзы Геройының 100 йыллыҡ хәтер сараһында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары обелискҡа сәскә һалды.