Бынан тыш, быйыл уның тәүгеләрҙән булып абруйлы исемгә лайыҡ булыуына ла 100 йыл тула. Мәжит Ғафури шағир ғына түгел, драматург, прозаик, мәҫәлсе булараҡ та билдәле. Ижадсының тыуыуына 143 йыл уңайынан башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәре «Шиғриәт байрамы»на йыйылды.
Осрашыуға билдәле яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, Мәжит Ғафуриҙың туғандары һәм уның ижадын һөйөүселәр килде. Һүҙ тотоусылар шағирҙың яратҡан әҫәрҙәрен халыҡҡа еткерҙе, ҡәләм тирбәтеүселәр үҙҙәренең китаптарын халыҡ шағирының йорт-музейы коллекцияһына бүләккә тапшырҙы.
Осрашыу Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында үтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры бында 1923 йылдан 1934 йылға тиклем йәшәй, ижад итә. Тарихи йортт ысын мәғәнәһендә уникаль һанала, был СССР-ҙағы тәүге әҙәби музейҙарҙың береһе. 1948 йылда асылған музейҙың мемориаль залдарында ҡәләм оҫтаһының һәм уның ғаиләһенең шәхси әйберҙәре һаҡлана.