Урындағы ағинәйҙәр һәм «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле ойошторған сарайәйҙең матур биҙәгенә әйләнде.
Йәйҙең йәмле мәлендә хужабикәләр һыйырҙың ағын эш итеп, ҡышҡылыҡҡа запас йыйып ҡалырға ашыға. Һөттән эшләнгән ризыҡтар ғаилә бюджетына ярайһы өҫтәмә килем килтерә. Аҡморон ауылында иң шәп ҡорот эшләүсе, ағинәй Фәриғә Ҡунысбаева ҡорот байрамында был төр милли аҙыҡты эшләү процесы менән төплө таныштырҙы
Сейәле, алмалы,муйыллы, әсе, сөсө... был сарала ҡороттарҙың ниндәйе генә юҡ. Байрамда ҡатнашыусылар уларҙың төрҙәрен әҙерләү алымын ғына өйрәнеп ҡалманы, ни тиклегем ошо аҙыҡтың организмға файҙалы булыуына ла төшөндө.
Йыр‐моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған тамашала һөт ризыҡтарынан һәм ошо ерлектә үҫкән дарыу үләндәренән әҙерләнгән күргәҙмә һәр кемде ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ Аҡморон оҫтабикәләре үҙҙәренең ҡул эштәрен тәҡдим итте.