Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән «Башҡортостан ихаталары» проекты Башҡортостанда 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Биш йыл эсендә йорт биләмәләрен төҙөкләндереүгә 5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Быйыл республикала 206 ихата тәртипкә килтереләсәк, уларҙың 57 баш ҡалала. Өфөнөң Октябрь районында мөһим социаль проекттың үтәлеше хаҡында БЮТ хәбәрсебһе Гүзәл Борханова.
«Башҡортостан ихаталары» проекты Өфөнөң Октябрь районында ике майҙанда киң ҡолас менән тормошҡа ашырыла. Октябрь проспекты, Шәфиев урамдарында асфальт йәйелә, ихаталар комплеслы тәртипкә килтерелә. Ихата алдары төҙөкләндерелә, парковка урындары бүленә. Совет осоронан ҡаралмаған ихаталар күҙгә күренеп яңыра. Урман тыҡрығы янындағы ике йорт алдында иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем төҙөүселәр юлдың беренсе ҡатына асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәй.
Төҙөүселәр 4200 квадрат метр майҙанда төҙөкләндереү эштәрен башҡара. Яҡтыртыу ҡорамалдары өсөн 20 терәү -бағана ҡуйыла, 100 ашыу парковка урындары булдырыласаҡ.
Асфальт -бетон ҡатламын түшәп бөткәндән һуң, подрядсы ойошма балалар һәм спорт майҙансығын ҡорасаҡ, күҙәтеү ҡорамалдарын һәм яҡтыртыу бағаналарын монтажлаяасаҡ. Ихаталарҙа патриотик рухтағы графити әҫәрҙәре лә ҡулланыласаҡ.
Ихаталарҙы төҙөкләндереү халыҡ фекерен иҫәпкә алып башҡарыла. Тәү сиратта бер-нисә тиҫтә йылдар дауамында ремонт эштәре үткәрелмәгән ихаталар төҙөкләндерелә. Ошо маҡсатта өҫтәмә финанслауҙың 94 проценты республика бюджеты, 5 проценты муницпалитеттар, 1 проценты халыҡтан йыйылған сығымдар иҫәбенә тура килә.
«Башҡортостан ихаталары» проекты буйынса Урман тыҡрығы 8 адресы буйынса 3 обьект: ике балалар уйын майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн спорт комплексы ҡороласаҡ. Был социаль мөһим обьекттар яңы уҡыу йылына файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова