«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек дауам итә

«Ылаҡ» уйынында еңеүсегә - 1 миллион һум, ат сабышында беренсе килгәнгә - еңел машина! 11-13 август Баймаҡ районындағы Граф күле буйында үтәсәк «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек дауам итә. Ошо көндәрҙә ойоштороу комитетының күсмә ултырышы үтте. Икенсе йыл рәттән уҙасаҡ «Башҡорт аты» халыҡ- ара фестиваленә әҙерлек барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Егеттәрҙең күҙ уңынан 1 сантиметр ағас артыҡ та, әҙ ҙә ҡырҡылмай. Барыһы ла халыҡ-ара стандарттарға ярашлы эшләнә. Айырыуса «Ылаҡ», «Ауҙарыш», «Тай-тулаҡ» башҡорт халыҡ уйындары өсөн урындар әҙерләү ныҡлы иғтибар талап итә.

Был кәртәләр Тай-тулаҡ уйыны өсөн. Бәйге шарттары буйынса,ҡатнашыусы ошо майҙанда менгегә өйрәтелмәгән башҡорт тоҡомло тайҙарын ваҡытҡа ауыҙлыҡлап менеп, йүгән кейҙерергә тейеш. Тамашасы сағыу ярыштарҙың береһен түҙемһеҙлек менән көтә..

Ошонда 15-ләп тай ҡыуып индерелә. Быйыл беҙ бейеклеген 2 метр иттек, сөнки тайҙар өйрәтелмәгән, һикереп сығып китмәһендәр өсөн шулай бейек иттек, оҙонлоғо 21 метр. Ҡатнашырға теләүселәр былтыр күп булды.

«Башҡорт аты» фестивале республика Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса быйыл икенсе йыл рәттән үткәрелә. Тап Баймаҡ районында ойошторолоуы ла юҡҡа түгел. Төбәктә йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙың генофондын һаҡлап ҡалыуға ҙур иғтибар бүленә. Фестивалдә “Йылҡы үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү мәсьәләләре” буйынса II Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ла үтә.

Төрлө төбәктәрҙән, сит илдәрҙән ҡунаҡтар килеүе көтөлә.

«Башҡорт аты» фестиваленә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының күсмә ултырышы ваҡытында һабантуй яланында башҡарылған эштәр ҡаралды, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары барланды. Әлеге ваҡытта унда сәхнә яңыртыла, электр уты, һыу үткәрелә, автомобиль юлы һалына, тейешле билдәләр ҡуйып сығыу ҡаралған. Граф күле буйы алдағы йылдарҙа туристарҙы йәлеп итеүсе матур урындарҙың береһе булыр тип көтөлә.

Быйыл фестиваль тағы ла күләмлерәк үтер тип ышанабыҙ. Төрлө яҡтан килгән ҡунаҡтар менән эшлекле һөйләшеүҙәр үтәсәк. Башҡорт атының ни тиклем сыҙам һәм ауыл хужалығы өсөн кәрәкле тоҡом икәнлеге билдәле. Киләсәктә беҙ был фестивалгә илебеҙҙең төрлө төбәгенән генә түгел, ә сит ил туристарын да көтәбеҙ.

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Граф күле буйында көн һайын өмәләр үткәрелә, эшкә ирекмәндәр ҙә әүҙем ҡушылған. Бәйгелә һынау тотоусылар иһә сәмле ярыштарға әҙерлекте бер йыл элек башлаған. Ат сабышында еңеүсегә төп бүләк - еңел машина, “Ылаҡ” уйынында беренселек яулаусыға бер миллион һум аҡса ҡаралған.

Күнекмәләр үткәрәбеҙ. Төп приздарҙы ситтәргә биреү юҡ. Шуға бөтә көсөбөҙҙө һалып тырышасаҡбыҙ.

Алмас Шөғөров, «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды ойоштороусыһы

Ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы бай эстәлекле мәҙәни программа көтә. Фестиваль яланында күргәҙмәләр, экспозициялар эше менән танышырға мөмкин буласаҡ. Ә «Башҡорт аты» байрамының төп биҙәге булып, аттар парады үтә. Йылдың иң сағыу байрамы ат яратыусыларҙы көтөп ҡала.

Фәниә Рафиҡова