Әле объекттың нигеҙе ҡойола. Радий Хабиров унда символик тәңкә һалды. "Турахан" визит үҙәге ҙур туристик комплекстың беренсе этабы була. Уның майҙаны 1 мең ярым квадрат метр. Бында тарихи ҡомартҡылар экспозицияһы, кафе, балалар өсөн биләмә, лекция залы урынлаша. Радий Хәбиров бинала ата-бабалары күсмә халыҡ булған дәүләттәрҙең флагтарын һүрәтләргә тәҡдим итте. Турахан мавзолейы 14-се-15-се быуаттарҙа Шишмә районында төҙөлгән. Ул район үҙәгенән 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.