Шишмә районы Йәрми ауылында йәшәүсе ҡатын минисирена тауышын ишетеп өйөнә йүгереп инә. Кухняла плитә янындағы таҫтамалға ут ҡапҡан була. Өйҙә шулай уҡ 81 йәшлек ир һәм 8 йәшлек малай йәшәй. Улар утты үҙ аллы һүндергән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Башҡортостанда янғын иҫкәртеүсе прибор 14 категория гражданға бушлай бирелә.