Өфөлә Федор Шаляпин музейы экспозицияһы булдырыла

Бының өсөн 37 миллион һум бүленә. Аҡса республика бюджетынан ҡаралған. Экспозиция 146 квадрат метр майҙан биләй. Федор Шаляпиндың Өфөләге  тормошон һәм ижадын, уның мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшөн  сағылдырыу маҡсаты ҡуйыла. Федор Шаляпин музейы Свердлов урамында урынлаша. Уны киләһе йылда  асыу планлаштырыла.