22-25 августа бында Волга буйы федераль округының йәш граждандары форумы уҙғарыла. Республика Башлығы ҡул ҡуйған документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Мәктәп үҙидараһы, ауыл йәштәр, Атайсал, Йәштәр сәйәсәте кадрҙары һәм башҡа йүнәлештәр буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары булдырыла. Форумда Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ҡазанда белем алыусы Башҡортостан студенттары ла ҡатнаша.