Һәүәҫкәр һыбайлылар ярышҡа әҙерләнә

5 августа “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат турнирының 4-се этабы була.  Башҡорт тоҡомло аттар ярым финалға сығыу өсөн көрәшә. Танылған коллективтарҙың сығышы, кәсепселәр йәрминкәһе һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Балаларға уйын майҙансыҡтары, фотоға төшөү урындары эшләй. Сараның төп ҡунағы – “Дарман” проекты.