Республика «Ғаилә» ресурс үҙәгендә «Мәктәпкә барырға ярҙам ит!» хәйриә акцияһы үтте

Мәрхәмәтле спортсылар, йомарт бағыусылар ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә, уларҙың балаларына уҡыу һәм спорт кәрәк-яраҡтары, мәктәп рюкзактары тапшырҙы. Балаларҙы Салауат Әүхәҙиев етәкселегендәге хәрби -десант ғәскәрҙәре ветеран ойошмаһы ағзалары, бокс буйынса халыҡ-ара спорт мастеры Артур Собханҡолов тәбрикләне.

Сарала ҡатнашыусы 39 бала хәүеф янағанда бокс алымдарын нисек дөрөҫ ҡулланырға өйрәнде, хәрби-десант ғәскәрҙәре хаҡында ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе. Сара һуңында һәр бала бүләктәр һәм тәмлекәстәр менән һыйланды. Уҡыу йылы башланыуға тиклем ҡалған ваҡытты балалар зауыҡлы һәм файҙалы итеп үткәрергә һүҙ бирҙе.