Бөгөн Йылайыр районында «Аҫылташ» йәштәр форумы башлана

«Дуҫлыҡ» ял үҙәгендә ойошторолған сараға республиканың әүҙем йәштәре йыйыла. Форумда ижади, эшҡыуарлыҡ, мәҙәни, спорт һәм башҡа өлкәләр буйынса проекттарҙы яҡлау майҙандары эшләй. Форумға бәйле мәғлүмәтте «Бәйләнештә» социаль селтәрендә табырға була.