Стәрлебаш районында ике дини йорт төҙөлә

Иман йорто - ауыл биҙәге. Стәрлебаш районы үҙәгенең иң йәш биҫтәһендә «Ихлас» мәсете төҙөлә, ә Васильевка ауылында 200-ҙән ашыу йыллыҡ тарихҡа эйә сиркәү төҙөкләндерелә. Дини йорттарҙа барған эш менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

Стәрлебаш элек-электән мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Оҙаҡ йылдар уҡытыу һәм тәрбиә биреү үҙәге иҫәпләнгән ауылға иман ҡайта, изге йорттар ҡалҡып сыға. Район үҙәгенең яңы биҫтәһендә «Ихлас» мәсете төҙөлә.

Иман йортон төҙөүҙә бер кем дә ситтә ҡалмай. Төҙөлөш тә ҙур сығымдар талап итә. Мәсеткә нигеҙе 2021 йылда һалынһа, былтыр кирбестән стеналары күтәрелә. Әле ҡыйыҡ ябыу, манара төҙөү, коммуникациялар үткәреү, биләмәне тәртипкә килтереү эше тора. Башланғысты мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында ғына ғәмәлгә ашырырға мөмкин. Аҙан тауышы яңғырап, иманға әйҙәп торһон өсөн һәркем өлөш индерә ала.

Һаҡлыҡ банкы иҫәбе: 2202 2036 2039 2961 (Айнур Фәрит улы Ю.)

Был иһә Васильевка ауылындағы Николо-Бондаревский сиркәүе. 200 йыллыҡ тарихҡа эйә булған бина тәүҙә ағастан төҙөлгән була. Оҙаҡ йылдар бында ир-егеттәр монастыры эшләгән.

Ғибәҙәтхана ғәҙәти булмаған архитектура өлгөһө. Оҙаҡ йылдар ремонт күрмәгән бинаны төҙөкләндереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Матушка Европия белеме буйынса архитектор-проектлаусы. Изге йортто төҙөп бөтөргә хыялланам, кешеләрҙең күпләп килә башлауына өмөтләнәм, ти ул. Изге ғәмәлдә төрлө яҡлап ярҙам итергә теләүселәр: +7 (960) 391-40-55 - Матушка Евтропия, телефон һандары аша мөрәжәғәт итә ала.

Әлфинә Килдейәрова