Радий Хәбиров Рафаил Ишматовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров намыҫлы хеҙмәте һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Рафаил Ишматовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

Совет хоккейсыһы, спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рафаил Ғәзиз улы 1970-1980 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһы өсөн сығыш яһай һәм спорт клубы тарихында иң яҡшы биш снайпер иҫәбенә инә. Ул «Салауат Юлаев» командаһында һәм Рәсәйҙең башҡа клубтарында эшләй. 2002-2004 йылдарҙа - Рәсәй йәштәр йыйылма командаһының баш тренеры була.

Данлыҡлы спорт тренеры бөгөн дә йәш быуынды тәрбиәләй. Ул Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек Милли дәүләт университетында уҡыта, шулай уҡ олимпия резервы махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенең спорт директоры ла. 2 августа Рафаил Ғәзиз улы үҙенең тыуған көнөн билдәләне.