Башҡортостанда 63 студент бизнес ойоштороу өсөн федераль грантҡа эйә булды

Стартаптар конкурсында еңгән йәштәр берәр миллион һум дәүләт ярҙамы алып үҙ эшен башларға ниәтләй. Йәш эшҡыуарҙар был сумманы продукция етештереүгә, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләргә һәм тәүге бизнес-проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн файҙалана ала. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Егор Чернов лабораторияла үҫемлектәр үрсетеп үҙенең тәүге бизнесын алып бара. Икенсе курс студенты йәштәр өсөн ҡаралған стартаптар конкурсында еңеп эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн миллион һум ярҙам алған. Пробиркаларҙа бойҙай культураларын үрсетеп ул экологик яҡтан таҙа һәм сирҙәргә бирешмәгән продукция үҫтерә.

Был үҫмелектәр ни өсөн кәрәк тигән һорауҙы йыш ишетәм. Беренсенән, пробиркалағы үҫемлектәр сәләмәт принцип буйынса үҫтерелә һәм вирустарға бирешмәй. Икенсенән, үҫемлектәрҙе бер нисә тапҡыр күберәк үрсетергә мөмкин.

Егор Чернов, БДАУ студенты

Баҡсала һәм яланда үҫәсәк үҫемлектәрҙән күберәк күләмдә үҫеп уңыш бирәсәк культураларҙы студенттар агрохолддингтар һәм шәхси хужалыҡтарға тәҡдим итергә ниәтләй. Стартаптар конкурсында еңеүселәр төрлө йүнәлештәрҙә үҙ эшен башлап артабан бизнесты киңәйтергә әҙерләнә.

Һәләтле йәштәр - буласаҡ эшҡыуарҙар. Беҙ уларға юридик ойошма теркәп, бизнес башлап ебәрергә ярҙам итәбеҙ. Был грант аҡсаһына улар эш майҙанын йыһазландырып, кәрәкле белегестәрҙе йәлеп итеп үҙҙәренең продукцияһын етештерә ала.

Руслан Шәймөхәмәтов, Башҡортостанда инновацияларға ярҙам итеү үҙәге директоры

Инновацияларға ярҙам итеү фонды ҡатнашлығында быйыл Башҡортостанда 63 студент миллион һум грант алып бизнес ойошторған. Йәштәр айти технологиялар, медицина тикшереүҙәре менән бәйле проекттар ойоштороп, сәләмәт туҡланыу, кейем тегеү кеүек эшҡыуарлыҡ йүнәлештәрендә үҫергә теләк белдерҙе

Флорида Ким