Иглин ауылының Еңеү паркында Һауа-десант Ғәскәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы

Хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яугир-интернационалистарға арналған һәйкәл янында бер минут тынлыҡ иғлан ителеп, мемориаль комплесҡа сәскә һалынды. Урындағы хакимиәт етәкселеге үҙ сығышында десантсыларҙың бөгөн дә махсус хәрби операция барышында ҡаһарманлыҡ күрһәтеүен билдәләне.