Радий Хәбиров торлаҡ төҙөүсе компаниялар кәңәшмәһендә ҡатнашты

Башҡортостанда ике меңдән ашыу төҙөлөшкә өлөшләтә аҡса индереп алданыусы иҫәпләнә. Быйыл намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән граждандарҙың барыһы ла күптән көткән квадрат метрҙарын, йә аҡсалата компенсацияһын аласаҡ, тине Радий Хәбиров торлаҡ төҙөүсе компаниялар ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә. Һуңғы биш йылда ғына республикала 12 меңдән ашыу ғаиләнең хоҡуғы тергеҙелгән. Уларҙың күпселеге яңы йорт туйлаған. Бөгөн дә кәңәшмә алдынан бер нисә ғаиләгә яңы фатир асҡыстары тапшырылды.

Әсәле-уллы Людмила менән Артем үҙ фатирҙарын 16 йылдан ашыу көткән. Аҡса тапшырған компания күптән эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Инде яңы фатир туйларға өмөт өҙөлдө генә тигәндә улар «Садовое колцо» компанияһының күләмле инвестиция проектына эләгә. Һәм ниһайәт, бөгөн улар торлаҡ асҡысы алды.

Оҙаҡ йылдан төҙөүсе компаниялар алмашынып торҙо. Береһе лә йортто төҙөп бөтә алманы. 16 йыл буйы төрлө инстанциялар, судтар, төҙөлөш компаниялары тупһаларын тапаныҡ. Радий Хәбиров республика етәксеһе булып килгәс кенә эштәр ҡуҙғалды. Әле ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ.

Людмила Долгова

Бөгөн «Садовое кольцо» компанияһы 52 алданыусы ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырҙы. Йәмғеһе улар 1640 фатирлы күп ҡатлы йорттар төҙөйәсәк. Шул иҫәптән 12 проценты өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеүгә йүнәлтеләсәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, алданыусылар проблемаһы йыл аҙағына тиклем хәл ителергә тейеш.

Дәүләт думаһының профиль комитеты һәм төҙөлөш компаниялары етәкселәре менән осрашыуҙа ла алданыусылар мәсьәләһенә хәл итеү һәм яңыларын булдырмау тураһында һүҙ барҙы. Төҙөлөш күләмен арттырыу, тармаҡта барлыҡҡа килгән проблемаларҙы хәл итеү, ипотеканы мөмкин тиклем ҡулай итеү һәм башҡа мәсьәләләр өйрәнелде. Башҡортостанда былтыр бығаса булмаған күләмдә-3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлдө. Киләсәктә был һандар артасаҡ ҡына һәм 2030 йылға тиклем йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырыу бурысы ҡуйылған. Был республика төҙөүселәренең хәленән килерлек маҡсат, тине төбәк башлығы. Һөнәри байрамдары алдынан республика етәксеһе алдынғы төҙөүселәрҙе дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.