Алмаз Сафин исемендәге ирекле батальонға яҙылыусыларҙың төркөмө хәрби әҙерлек биләмәһенә юлланды

Яҡташыбыҙ Алмаз Сафин исемен йөрөткән ирекле батальонға яҙылыусыларҙың тәүге төркөмө бөгөн хәрби әҙерлек биләмәһенә юлланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге ирекле батальон төҙөлөүе тураһында хәбәр итте.

Контракт буйынса Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итергә теләүселәр тәү сиратта Ирекле батальондарҙы булдырыу үҙәк штабына мөрәжәғәт итә. Урында белгестәр кәрәкле документтарҙы әҙерләү, айлыҡ түләүҙәргә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә. Әрме сафында хеҙмәт итмәгән ир-егеттәр ҙә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Иң мөһиме юғары, йә урта махсус һөнәри белем булырға тейеш. Барлыҡ кәрәкле ҡағыҙҙар ҙа йыйылғас, буласаҡ яугирҙар хәрби комиссариатҡа юллана.