Шаран-Төмәнәк юлына асфальт һалына

Ремонтҡа 18 берәмек техника йәлеп ителгән. Эш Туймазы, Шаран, Бүздәк һәм Благовар райондары юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтары көсө ярҙамында алып барыла. Республиканың юл хужалығы идаралығы иҫәбенә тормошҡа ашарылған ремонтҡа йәмғеһе 48 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Асфальт һалыуҙан тыш, хеҙмәткәрҙәр юл хәрәкәте билдәләрен дә яңырта, үләндәрҙе саба. Юлға асфальт ҡатнашмаһының яңы төрө түшәлә. Сеймал Туймазы һәм Бүздәк райондарындағы асфальт-бетон заводынан килтерелә.

Быйыл Шаран юлсылары 5 меңгә яҡын квадрат метр арауыҡта соҡорҙарҙы ямаған, 9 меңгә яҡын квадрат метр майҙанда асфальт ҡатламын яңыртҡан. Федераль трассаларҙы тәртипкә килтереү эше тамамланған, Шаран-Дмитриева Поляна трассаһындағы Мәләүез йылғаһы аша күпер ремонтланған. Яҡын киләсәктә хеҙмәткәрҙәр алдында юлдарҙы төҙөкләндереүҙе тамамлау һәм ҡышҡы миҙгелгә сеймал әҙерләү бурысы тора.