Шағир. Уҡытыусы. Остаз. Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы биләмәһендә Рәсәй мәғариф алдынғыһы, педагог-методист, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Земфира Ғизетдин ҡыҙы Сәхипованың ижади эшмәкәрлегенә арналған осрашыу үтте. Замандашыбыҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, кәңәштәрен еткерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Земфира Сәхипова тормошон педагогика фәненә арнаған шәхес. Фәндең иң яуаплы һәм ҡатмарлы өлкәһендә яҡты эҙ ҡалдырыусы ла. Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһында йәшәүсе Башҡортостан ҡыҙының педагогика фәне үҫешенә индергән хеҙмәттәре - юғары профессионаллек өлгөһө. Милли мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу методикаһына, күп телллелекте формалаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә арналған ғилми эҙләнеүҙәрендә Земфира Ғизетдин ҡыҙы башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлгән ғалимдарҙың береһе.
Земфира Сәхипова 200 ашыу методик әсбап, милли мәктәптәр өсөн рус теле буйынса дәреслектәр авторы. Мәскәү башҡорттары өсөн башҡорт телен өйрәтеүгә мәктәптәре асыуҙа ла роле баһалап бөткөһөҙ. Ғалимә етәкселегендә ике тиҫтәнән ашыу уҡытыусы педагогика фәне өлкәһендә эҙләнеүҙәр алып барған, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған . Стәрлетамаҡтан Рәмзәнә Әбүталипова иһә фән докторы дәрәжәһенә ирешкән. Меңәрләгән Башҡортостан уҡытыусылары ла педагогик эшмәкәрлеген Земфира Сәхипова хеҙмәттәренә таянып башҡарыуы менән бәхетле.
Осрашыу һуңында «Уҡытыусы һәм остаз» йылы сиктәрендә ойошторолған сараның мәртәбәле ҡунағы, Константин Ушинский миҙалы кавалеры , педагогия фәндәре кандидаты Земфира Сәхипова ғүмерен мөғәллимлек эшенә бағышлаған педагогтарға ихлас теләктәрен еткерҙе.
Земфира Ғизетдин ҡыҙы әсә һөтө менән бирелгән башҡорт телен үҙ ғаиләһендә, балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә лә дауам итеүе менән бәхетле ханым, һөйөклө өләсәй. Ҡурай моңдарына үрелеп барған сара, яҡташтары бүләк ителгән сәскәләр гөлләмәһе Земфира Сәхипованың тормошона сағыу һәм онотолмаҫлыҡ хистәр өҫтәне.
Земфира Сәхипова үҙ иңенә хәтһеҙ фән йөгөн арҡалаған ғәжәйеп шәхес. Башҡортостандан ситтә йәшәүенә ҡарамаҫтан республикабыҙ милли мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалимә.
Гүзәл Борханова