Уҙған йылда 3 миллион квадрат метр файҙаланыуға тапшырылды. Башҡортостан был күрһәткес буйынса илдә лидерҙар рәтендә тип белдерҙе Радий Хәбиров Дума комитеты һәм Республика төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында. Республика Башлығы әйтеүенсә, йыл һайын 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеге бар. 2030 йылға Башҡортостанда 4 миллион квадрат метр файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса шундай маҡсат ҡуйылған.