Был объекттарҙа вице-премьер Илшат Тажетдинов булды. Мәсәғүт ауылындағы Тимербай Йосопов исемендәге лицей-интернатты төҙөкләндереүгә 107 миллион һум бүленгән. Уның янында балалар поликлиникаһы төҙөлә. Бының өсөн 1 миллиард 200 миллион һум ҡаралған. Шулай уҡ Рухтин ауыл мәктәбендә ремонт бара. Уҡыу йорттарында эштәрҙе 1 сентябргә тиклем тамамлау планлаштырыла.