Башҡортостан юл төҙөүселәре Луганск республикаһының Красный Луч ҡалаһы урамдарын тәртипкә килтерә

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле бында беҙҙең республиканан 37 хеҙмәткәр эшләй. Быйыл 26 километр юлды тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйылған. Эштәр декабрь уртаһына тамамланырға тейеш.