Башҡортостанда "Ауыл уҡытыусыһы" программаһында еңеүселәр билдәләнде

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өс уҡытыусы  бәләкәй ҡала  һәм ауыл мәктәптәрендә уҡытырға теләк белдергән. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Баҡаланың 1-се мәктәбенә  бара, математика буйынса белгес Бәләбәй районында Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы  усадьбаһы  мәктәбендә карьераһын дауам итә. Тағы бер башланғыс кластар уҡытыусыһы Бөрө ҡалаһының 9-сы мәктәбендә уҡытасаҡ. "Ауыл  уҡытыусыһы" программаһы  2020 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Бөгөнгә 150 уҡытыусы  1-әр миллион  һум алды. Киләһе йылда программа тамамлана, тағы  ике уҡытыусыға  бер тапҡыр бирелә  торған  түләү ҡаралған.