Был эш икенсе йыл рәттән алып барыла. Быйыл 100 миллион һум бүленде. Был аҡсаға 25 муниципалитетта 29 ҡыйыҡ тәртипкә килтерелә. Бөгөнгә 21 йортта эш теүәлләнгән. Капиталь ремонт фонды етәксеһе Павел Сафонов белдереүенсә, Республика Башлығының башланғысы ауылдырҙа йәшәүселәр өсөн көнүҙәк. -Элек ике-өс йыл һайын ремонт эшләнһә, хәҙер йыл һайын мөмкинлек бар, - тине ул.