Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көндәр яҡшы тора, шуға эш ваҡытынан алда башҡарыла. Быйыл Өфөгә программа буйынса 364 миллион һум бүленгән. Был аҡсаға 61 йорт янындағы 18 биләмәне төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған. Киләһе йылда "Башҡорт ихаталары" өсөн сығымдарҙы тағы арттырыу көтөлә.