Әсәлек капиталын балаларҙы уҡытыу өсөн файҙаланырға була

Быйыл республикала 1 мең 333 ғаилә шундай мөмкинлекте ҡулланған. Социаль фондтан хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн 73 миллион һум бүленгән. Әсәлек капиталы индексацияланып килә. Быйыл беренсе бала өсөн 587 мең һум ҡаралған, икенсе бала тыуһа 188 мең һум өҫтәп түләнә.