Һуҡмаҡта велопарковкалар, инеү урындары, ял зонаһы була. Юл билдәләре һәм эскәмйәләр ҡуйыла. “Өфө муйынсағы” йәйәүлеләр юлы баш ҡаланың алты районы аша үтә. Уның оҙонлоғо – 70 километрҙан ашыу. Проект өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. Һуҡмаҡ Өфөнөң 450 йыллығына сафҡа индерелә.