Радий Хәбиров рәйеслегендә сираттағы «Инвестиция сәғәте» уҙҙы. Унда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы башланғыстар ҡаралды.
Әлшәй районында һөт ризыҡтары етештереү цехы асыу ҡарала. Унда эремсек, сыр, май сығарырға иҫәп тотола. Компания әлегә Шишмә районыда ла эшләй. Тәүлегенә 70 тонна һөт эшкәртелә. Һөт ризыҡтарына ихтыяж күтәрелеүен тойоп инвесторҙар Раевка ҡасабаһы биләмәһендә яңы етештереү линияһын ойоштороуға 292 миллион һум аҡса һалыу, 33 яңы эш урыны асыу ҡарала. Дәүләт ярҙамы булараҡ проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде һәм һалым ташламаларына дәғүә итә. Инвесторға шулай уҡ технология ҡорамалдарын һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө кире ҡайтарыла.
Ултырышта шулай уҡ Ишембай районындағы «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә төҙөлөш материалдары һығылмалылығын арттырыуҙа ҡулланылған ҡушымталар сығарыу буйынса етештереү комплексын асыу мөмкинлеге өйрәнелде. Яңы резидент проектты бойомға ашырыу өсөн ҡаралған бөтә өҫтөнлөктәр менән файҙаланасаҡ. Өфө районында төҙөлөш объекттарын матди-техник ресурстар менән тәьмин итеү базаһы төҙөлә. Был проект та «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралды. Яңы майҙансыҡта металл эшкәртеү һәм иретеп-йәбештереү цехтары, технологик комплекстар була. 110 миллион һум инвестиия һалына, 100 эш урыны асыла. Объект 2025 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.