Башҡортостанда 80 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға яҙған

Максималь һөҙөмтәләр рус теле, физика һәм химия фәндәре буйынса теркәлгән. 80 балдан юғары баһа алған үҫмерҙәр ҙа артҡан. Әйтәйек, 2020 йылда улар имтихан тапшырыусыларҙың 14 процентын тәшкил итһә, быйыл яҡынса 30 процент. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, күпселек предметтар буйынса төбәктәге уртаса күрһәткес илдекенән юғары.

Быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға яҙыусы уҡыусыларҙы 75 педагог әҙерләгән. Алдынғылар өсөн матди ярҙам ҡаралған. Уҡытыусыларға яңы уҡыу йылы башланғас та, 50 мең һум премия тапшырыласаҡ. Ә юғары һөҙөмтә күрһәткән малай - ҡыҙҙар Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән осраҡта, 150 мең һум күләмендә матди дәртләндереү аласаҡ.

Марат Мәүлетбирҙин, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары