Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 66 баҡсасылыҡ ширҡәтенә илтеүсе 8 юл төҙөкләндерелә

Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һум аҡса бүленгән. Республика башлығы социаль селтәрҙә баҡсасылар өсөн яҡшы хәбәр менән бүлеште. Юлдар Өфө, Нефтекама ҡалалары эргәһендә, Иглин һәм Благовещен райондарында яңыртыла. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, баҡса юлдарын төҙөкләндереү республикала киләһе йылдарҙа ла дауам итә.