Юлсылар ерҙе тигеҙләй, ҡамасаулаған ағастарҙы быса, ҡырсынташ түшәй Эш барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Был «Заря», «Союз» һәм «Дуҫлыҡ» баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән берҙән-бер юл. Йылдар дауамында таушалып бөткән юлды тәртипкә килтереү - урындағы хужаларҙың күптәнге хыялы. Ә бында 800-ҙән ашыу участка иҫәпләнә. Бигерәк тә ямғырҙан һуң, бында машинала ла, йәйәү ҙә үтерлек түгел. Әммә тиҙҙән хәл үҙгәрәсәк.
Ремонт бер нисә көн элек башланған. Планға ярашлы, 2 саҡрымдан ашыу юл тәртипкә килтерелергә тейеш. Баҡсасылар әйтеүенсә, эш тәүлек әйләнәһенә тиерлек бара. Тәүге уңайлыҡтар әле үк һиҙелә.
Ремонт Киров районында ла йылдам бара. «Трамплин» кисеүенә илткән юл аша «Дудкин - 8 март» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр йөрөй. Бында 1800 участка иҫәпләнә. Йыл дауамында 100 кеше йәшәй, йәйге миҙгелдә халыҡ күпкә арта.
Автомобиль юлын ремонтлауҙан тыш, бында йәйәүлеләр өсөн тротуар һалыу ҡаралған. Эш 25 сентябрҙә тамамланырға тейеш. Быйыл республикала баҡсасылыҡ ширҡәттәренә илткән юлдар төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса тәртипкә килтерелә башланы. Мәсьәлә «Смарт баҡсасы» форумында ҡаралғайны. Баҡсасыларға ярҙам артабан да дауам итәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина