Республика Башлығы ҡушыуы буйынса йыл һайын ошондай сумма йүнәлтеү ҡаралған. Быйыл эш 97 муниципалитетта алып барыла. Башҡортостанда урамдарҙы яҡтыртыу программаһы 2018 йылда башланғайны. Коронавирус пандемияһы ваҡытында туҡтатылып торҙо. Былтыр декабрҙә Радий Хәбиров программаны дауам итеү башланғысын күтәрҙе.