Күп һанлы ялыуҙарҙан һуң Башҡортостан Хөкүмәте проблемалы «Дүртөйлөмелиоводстрой» предприятие менән килешеүҙе өҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарын хеҙмәтләндереүсе ойошма эшмәкәрлеген республикала эшләп килгән «Эко-сити» төбәк операторы үҙ өҫтөнә алды. Бөрө ҡалаһынан БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән видеояҙма.
Яңы төбәк операторы менән бергә Бөрө урамдарына яңы техника сыҡты. Водитель Евгений Печенкин быға тиклем иҫке Камазда йөрөһә, хәҙер автоматлашытырлған махсус техникаға идара итә. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш көнө әлегә оҙайтылған, әммә тиҙҙән ҡалала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы яйға һалыныр тип көтөлә.
«Дүртөйлөмелиоводстрой» ойошмаһы 17 июлдән төбәк операторы статусынан мәхрүм ителде. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың сығарылыуы туҡтатылыуы суп-сар майҙансыҡтарының тулыуына, законһыҙ сүплектәрҙең барлыҡҡа килеүенә килтерҙе. «Эко-Сити» ойошмаһы сүп-сар күләмен иҫәпкә алып, уларҙы бөтөрөү һәм тотороҡло сығарыуҙы ойоштороу өҫтөндә эшләй. Мәсьәлә тәүге көндәрҙә урындағы властар менән берлектә хәл ителә.
Әле ҡала буйынса өс машина эшләй, уларҙың һәр береһе 50 контейнерға тиклем 15 тонна йөк күтәреүгә һәләтле. Ҡаланы тәртиптә тотоу өсөн әлегә был техника ғына етмәй, әммә ыңғай үҙгәрештәр күренә.
Бөрөнән тыш, «Дүртөйлөмелиоводстрой» республиканың 16 район-ҡалаһын хеҙмәтләндергән, уларҙа ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса проблемалар барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер биләмәләрҙә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.
Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, көнкүреш ҡалдыҡтары менән бәйле хәл тотороҡо түгел. Күсеү осоро дауам итә. Төбәк операторы мәғлүмәте буйынса, 17 июлдән 31-нә тиклем халыҡтан ҡый сығарылыуы өсөн түләүҙәр алмай, сөнки ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм маршрут графигын көйләү процесы бара. Төбәк операторы халыҡтан был проблеманы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорай.
Лилиә Мәҡсүтова