Башҡортостанда «Баҫыу көнө» ғилми-ғәмәли семинарҙар сылбыры Асҡын районында тамамланды

Быға тиклем күсмә кәңәшмәне Көйөргәҙе һәм Баҡалы аграрийҙары ойошторғайны. Ураҡ башланыуға бәйле республиканың төньяҡ климатик зонаһында уҙғарылған сираттағы форумдан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Баҫыу көнө»нә Асҡын районындағы тәжрибә участкаһында 155 диләнкәлә ун биш ауыл хужалығы культураһы ултыртылған. Башҡорт дәүләт аграр университеты белгестәре урындағы колледж студенттары менән берлектә һәр бер сорттың үҫешен күҙәтә, һауа шарттарына яраҡлашыуын, уңдырышлылығын баһалай.

Төбәктең төньяҡ урман-дала зонаһы өсөн хас күренеш - тупраҡтың әселегендә. Өҫтәүенә, быйыл ҡырау ҙа күп төшкән. Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге ҡатнашлығында ойошторолған семинар-кәңәшмәлә ҡырыҫ тәбиғи шарттарҙа уңыш күләмен арттырыу, минераль ашламалар ҡулланыу, ерҙе эшкәртеү, яңы сорттар үҙләштереү мәсьәләләре күтәрелде.

Асҡын районындағы «Баҫыу көнө» семинары 19 муниципалитет етәкселеген, игенселек, үҫемлекселек менән шөғөлләнгән хужалыҡ вәкилдәрен берләштерҙе. Республиканың алдынғы ғилми-тикшеренеү учреждениелары ҡунаҡтарҙы ауыл хужалығы өлкәһендәге алдынғы эш алымдары һәм технологиялары менән таныштырҙы. Орлоҡсолоҡто үҫтереүгә айырыуса иғтибар.

Сара сиктәрендә бер төркөм ауыл хужалығы хеҙмәткәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Ҡариҙел районынан Фәнзир Әлетдинов та булды.

«Баҫыу көнө» Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжы биләмәһендә уҙғарылды. Уҡыу йортоноң тарихы бай.

Ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләү ҙә мотлаҡ. Колледж стеналарында «Киләсәк командаһы» тип исемләнгән йәштәр форумы уҙғарылды. Мәктәп уҡыусылары, студенттар өсөн профориентация эше уҙғарылды, проект эшенә өйрәнделәр.

«Баҫыу көнө»нә арналған семинарға килгәндә, колледж биләмәһендә ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһе ойошторолғайны. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар урындағы фермерҙарҙың продукцияһы менән дә танышты.

Гөлназ Хәйбуллина