Республикала составында никотин булған продукцияны һатыуҙы тикшереү буйынса рейдтар үтте

Республикала йыл башынан составында никотин булған продукция менән һатыу итеүгә бәйле, Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Башлыса улар мәғариф учреждениеларына яҡын урынлашҡан, асыҡ витриналарҙа сауҙа иткән нөктәләргә ҡайтып ҡала. Бөгөн идаралыҡ белгестәре сираттағы рейдҡа сыҡты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Рейдтың беренсе нөктәһе. Составында никотин булған продукция асыҡ витриналарҙа һатыла. Был закон боҙоуҙың тупаҫ осрағы тип әйтергә кәрәк. 2023 йылдың июленән ғәмәлгә ингән ҡануниәткә ярашлы, илдә бындай төр сауҙалыҡ тыйылған. Юридик ойошма етәксеһенә иҫкәртеү яһалды.

Әлегә тик иҫкәртмә рәүешендә генә. Икенсегә тотолған осраҡта ҙур күләмдәге штраф түләргә тура киләсәк.

Өҫтәүенә, сауҙа нөктәһе һатыусыһының да ҡулында тауарға документ булыуы шарт. Унда ҡайҙа, ниндәй транспортта килтерелеүенә тиклем билдәләнергә тейеш. Был никотин булған продукция менән сауҙа итеүселәргә генә түгел, ҙур селтәргә лә ҡағыла. Вейб, кальян өсөн изделиелары ла күҙ алдында булырға тейеш түгел.

Йыл башынан составында никотин булған продукциялар менән сауҙа итеүселәргә бәйле, Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Һәр нөктәгә белгестәр рейд менән сыға. Һөҙөмтәлә, бар ойошмалар ҙа тиерлек яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ете осраҡ судҡа тиклем барып еткән. Шулай уҡ бындай төр сауҙа нөктәләре мәғариф учреждениеларына яҡын урынлашырға тейеш түгел. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыу линияға бәйләнешкә инергә саҡыра.

Азат Ғәлиуллин