Кескәй генә парк тарихи-мәҙәни мираҫ һаналған Матросов урамындағы 1-се йорт янында урынлашҡан. Башҡортостанда суд системаһы барлыҡҡа килгәндән алып тап ошо архитектур ҡомартҡыла урынлаша. Әле унда Киров районы суды эшләй.
Бер нисә йыл элек кенә был ихатала гараждар торған. Хәҙер иһә ул танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Боронғо йорттар араһында бәләкәй генә, әммә бөхтә парк барлыҡҡа килде. Сквер уртаһына ҡуйылған таҡтаташ иһә суд системаһының данлы тарихын хәтерләтеп торасаҡ. Әйткәндәй, Киров районы суды быйыл 85 йыллығын билдәләй. Ә инде тарихи бинаның үҙендә музей барлыҡҡа килде. Унда Башҡортостанда суд системаһы барлыҡҡа килгән көндән алып бөгөнгәсә тарих менән танышырға мөмкин.