Уролог, профессор Ият Эмат Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән килгән. Медицина белгесе 20 йылдан ашыу Шарджа ҡалаһы үҙәк дауаханаһы бүлеген етәкләй. Төрлө илдәрҙә тәжрибә уртаҡлашыу сараларында йыш ҡатнаша. Башҡортостанға ла профессор тәүгә килмәй. Әңгәмәлә Һиндостан, Африка, Мысыр, Урта Азия илдәренән студенттар ҡатнашты. Дәрес инглиз телендә алып барылды.
Осрашыу Башҡорт дәүләт медицина университетында тормошҡа ашырылған «Файҙалы каникул» программаһы сиктәрендә үтте. Алтынсы йыл эшләп килгән программаның маҡсаты - йәйге ял ваҡытында үҙ төбәгенә ҡайта алмаған сит ил студенттары ваҡытын файҙалы саралар менән байытыу. Теоретик белем алыуҙан тыш, буласаҡ белгестәр операциялар барышын күҙәтә, муляждарҙа хирургия күнекмәләрен камиллаштыра, телде өйрәнә. Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында 60 илдән 4 меңдән ашыу сит ил студенттары белем ала, уларҙың 800-е төбәк медицина учреждениеларына эшкә урынлаштырылған.