Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан. Ишембай районының «Еңеү» хужалығы ужым культураларын урыу эштәрен тамамланы. Бөгөн ауыл эшсәндәре һоло, арпаға төштө. Уңыш кимәле былтырғы йыл кеүек мул булыуы билдәләнә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Келәттәргә иген бушатып, сираттағы партия артынан КамАЗ саң борҡотоп йәнә баҫыуға елә. «Еңеү» хужалығы бөгөн ужым культураһын һуғыуҙың финиш һыҙығында. Быйыл да ауыл эшсәндәре мул уңышҡа һөйөнә.
Әлеге ваҡытта хужалыҡта тағы бер ангар төҙөлөшө тамамланыу алдында. Шулай уҡ дәүләт стандарттарына ярашлы башҡарылған объект яҡын көндәрҙә ауыл хужалығының башҡа культуралары менән туласаҡ. Әйткәндәй, бөгөн ике тиҫтә йыллап эшләп килгән хужалыҡ һоло, арпа урыуға ла төшкән.
Ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында махсуслашҡан хужалыҡ өсөн бөгөн ниндәйҙер тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Эшсе ҡулдарға ла ҡытлыҡ юҡ. Аҡсаһы ла ваҡытында түләнә. Быға ауыл хужалығы культураларын һатыу үҙ һөҙөмтәһен бирә. Һуңғы йылдарҙа иген менән бергә, көнбағыш та хужалыҡҡа ярайһы уҡ финанс ярҙам килтергән.
Шуға ҡарамаҫтан, уңыш кимәле ҡыуанырлыҡ. Урыу, һаҡлау, йә һатыу буйынса бар саралар планы ла барланған. Көнбағышты ғына отошло хаҡҡа Күмертау ҡалаһындағы Маячный заводына тапшырыу бурысы тора.
Азат Ғәлиуллин