Өфөнән эшҡыуар сәс киҫтереү салонын МХО-ла ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре менән биҙәгән

Илһөйәрлек рухында. Өфөнән эшҡыуар Зөлфиә Мостафина сәс киҫтереү салонын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре менән биҙәгән. Ярты йыл элек яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡҡа гуманитар бригада составында барып, Миңлеғәли Шайморатов батальоны хәрбиҙәренең сәсен алғайны. Бер аҙналыҡ командировка хәтирәләре менән ул баш ҡалала йәшәүселәр менән уртаҡлашырға була.

Ярты йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, парикмахер Зөлфиә Мостафина фотолағы һәр хәрбиҙең исемен, ҡушаматын белә. Был кадрҙарҙы ул Херсон өлкәһенә командировка барышында яһаған. Махсус хәрби операция зонаһында ул ирекмәндәр төркөмө составында шайморатовсыларға ярҙам иткән. Ике көн дауамында ҡулынан ҡайсыһын төшөрмәй. Егеттәр үҙ сиратында оҫтаға рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.

Эшҡыуар хәрбиҙәр менән осрашыуҙан һуң тыуған яғына рухланып ҡайта. Салонын да илһөйәрлек төшөнсәһе менән байытырға ҡарар итә. Стенала Рәсәй геройы, легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың портреты, батальондың фотоһүрәттәре барлыҡҡа килә. Хәрбиҙәрҙең батырлығы тураһында мәғлүмәт тә еткерелә. Зөлфиә Мостафинаның башланғысын хеҙмәткәрҙәре лә йылы ҡаршы алған.

Фотоһүрәттәр менән салонға килгән һәр кем таныша ала. Ойошманы ысын мәғәнәһендә музей менән сағыштырға була. Экспонаттар даими байытыла.

Эшҡыуар Зөлфиә Мостафина әле лә хәрбиҙәр менән бәйләнештә. Ҡайһы берәүҙәр отпускыға ҡайтҡанда, салонға килеп сәсен дә алдырта. Был хеҙмәт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн бушлай күрһәтелә. Йүнсел билдәләүенсә, тағы ла саҡырыу булһа, ул мотлаҡ рәүештә махсус хәрби операция зонаһы барып ҡайтасаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина