Башҡортостанда баҡса юлдары ремонтлана

Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса быйыл 66 баҡсасылыҡ  ширҡәтенә илткән 8 юлды  тәртипкә  килтереү планлаштырыла. Уларҙың 4-әүһе Өфөлә, икәүһе - Иглин районында. Шулай уҡ Нефтекамала һәм Благовещен районында ремонт ҡаралған. -Баҡса юлдарын ремонтлау программаһы киләһе йылда ла дауам итә, - ти Радий  Хәбиров.